#ППМИ-24сИшберда

16 0

«Урал»спорт һауыҡтырыу үҙәгендә шашка спортын үҫтереү, көслө спортсмендарҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла шашка ярышы үткәрелде.Отҡорлоҡто, зиһенде, интеллектуаль үҫеште арттырыусы был уйында 12 ҡатын -ҡыҙ көс һынашты. Барыһы ла интеллектуаль ярышта бар күңелен һалып һуңғаса алышһала, призлы урынға иң лайыҡлылар сыҡты: беренсе урынға Оморҙаҡова Ильзирә,икенсе урынға Юнысова Нәйлә Наил ҡыҙы,өсөнсө урынға Оморҙаҡова Лиза Рәфкәт ҡыҙы.Афарин ҡыҙҙар!

Об авторе