#СВОихНеБросаем #ZаМир

64 0

Яу яланына — техника.
Ишберҙе ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир — егеттәргә УАЗ автомобиле ебәрҙе. Уны ауылдың шәхси эшҡыуары Нурбулат Халиҡов әҙерләгән. Техниканы буяу эштәре Сибайҙа башҡарылһа, ауыл ир — егеттәре иһә кәрәкле запас частар менән ярҙам күрһәтә.
УАЗ менән бергә егеттәргә ауыл халҡынан аҙыҡ — түлек, көнкүреш кәрәк яраҡтары, шәхси гигиена әйберҙәре лә әҙерләнә. Был изге эштән урындағы мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалмай.
Күмәкләгән — яу ҡайтарған.Ишберҙеләр ебәргән ылау егеттәргә имен барып етһен.
Иң мөһиме, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, яуҙағыларға тыуған яҡтарға, яҡындары янына иҫән — һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Об авторе