«Таҙа кесаҙна» акцияһы

917 0
Ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре «Таҙа кесаҙна» акцияһы сиктәрендә Ишбирҙе — Баймаҡ юлының сиктәренең бер өлөшөн таҙалап, 3 тоҡтан ашыу шешә йыйып алдылар. Уңайы менән файҙаланып, ауыл халҡына, группаларҙа ултырып күҙәтеп, аҡыллы фекерҙәр яҙыусыларға мөрәжәғәт итәбеҙ! Юл ситтәренә ҡый түгеүселәр» Шапка- неведимка» кейеп йөрөмәйҙәр бит, һәр кемдә хәҙер заманса телефон, фотоға төшөрөп сайттарға һалыуығыҙзы һорайбыҙ, беренсенән.Шулай уҡ «Ҡый реформаһына» «үсегеп» ауыл сиктәрен, урман буйҙарын бысратмауыгыззы һорайбыҙ. Пиво, араҡы эсеүселәр кемгә үсегеп ташлап китәһегеҙ шешәләрегеҙзе, эскәс һалып алығыҙ, барығыҙ ҙа машинала йөрөп эсәһе геҙ бит, йәйәү Йылым тукталышына ла, Үгеҙ үлгән тауына ла барып эсмәйхегез бит… 20 АПРЕЛЬ ДӨЙӨМ ӨМӘ, ҺӘР АУЫЛ КЕШЕҺЕН ТЫҠРЫҠТАЗЫ, ҠАРШЫҒЫҘЗАГЫ ЮЛҒА ТИКЛЕМГЕ ЕР ӨЛӨШӨН , ШӘХСИ ЙОРТ ХУЖАЛАРЫН ҺӘМ ШӘХСИ ЭШҠЫУАРҘАРҘЫ ҮҘ ЕРҘӘРЕН ТӘРТИПКӘ КИЛТЕРЕҮҘӘРЕН ТАЛАП ИТӘБЕҘ!!!ТЕХНИКА ХУЖАЛАРЫ! ҠАПҠА ТЫШТАРЫНДА УЛТЫРҒАН ТЕХНИКА ҒЫҘҘЫ ЛА АЛЫУЫҒЫҘҘЫ ҺОРАЙБЫҘ. Фотоларға ҡарап, бәлки, кемдер үҙ ҡыйын таныр, ояты булһа башҡа түкмәс тип ышанабыҙ. Ҡайһыһылыр, ниндәйҙер эшҡыуар одеколон менән дә яҡшы хеҙмәтләндерә халыҡты….
  

Об авторе